4 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2011 йыл, 16:23

Өмәләр арҡаһында Башҡортостан 285 мең кубометр сүп-сарҙан ҡотолдо

автор: Галина Бахшиева

Өмәләр һәм санитар йомалар арҡаһында Башҡортостанда таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәренең 98 проценты самаһы тамамланды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикабыҙ территорияһын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа 2,4 миллиондан ашыу халыҡ ҡатнашҡан. Өмәләргә 33 мең техника берәмеге йәлеп ителгән. 285 мең кубометр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған һәм полигондарға, сүплектәргә сығарып түгелгән.

«Башинформ» агентлығына төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өмәләр сиктәрендә юл япмаһын ремонтлау эштәре лә алып барыла. Ағымдағы йылдың 20 майына ҡарата был күрһәткес республикала ике миллиондан ашыу квадрат метрға еткән. Тораҡ пункттарҙа 276 мең погон метрҙан ашыу ҡоймалар, бина фасадтары һәм башҡа төҙөкләндереү элементтары ремонтланған.

Бынан тыш, Башҡортостанда биләмәләрҙе йәшелләндереү эштәре лә алып барыла.  Дөйөм алғанда, республикала миллиондан ашыу һәр төрлө ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Тәтешле районы йәшеллләндереү буйынса алдынғы урында, бында дөйөм тырышлыҡ менән 646 мең үҫенте ултыртылған.

Республика райондары һәм ҡалаларында өмәләр 4 апрелдән 21 майға тиклем барҙы. Әммә насар һауа шарттары арҡаһында Белорет, Учалы һәм Бөрйән райондарында таҙартыу һәм йәшелләндереү саралары һуңыраҡ башланды. Шуға күрә был райондарҙа экологик өмәләр әле һаман дауам итә.