9 декабрь, Йома

23 май 2011 йыл, 14:24

Өфөлә йәш эшҡыуарҙар «Бәләкәй һәм урта бизнес: тенденциялар һәм перспективалар» конференцияһын үткәрәсәк

автор: Любовь Колоколова

25 майҙа, Рәсәй эшҡыуарлығы көнөн байрам итер алдынан, Өфөлә «Бәләкәй һәм урта бизнес: тенденциялар һәм перспективалар» конференцияһы үтәсәк. Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе сараның ойоштороусыһы булып сығыш яһай.  

Конференцияла бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарын кредитлау формалары, дәүләт ярҙамы һәм старт-ап, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә йәштәр роле, бизнес-белем биреү, инновациялар һәм инновациялы проекттарҙы комерциялаштырыу кеүек темалар ҡараласаҡ.  

Конференцияға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты, һалым инспекцияһы, банк структуралары, страховкалау һәм лизинг компаниялары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, эшҡыуарҙар саҡырылған.

Сара сиктәрендә масетр-кластар һәм проекттарҙың презентациялары көтөлә.

Конференция «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексында үтәсәк. Башлана – 10.00-дә.