8 декабрь, Кесе йома

23 май 2011 йыл, 13:22

Халыҡ фронты Башҡортостанда ла эшләй башлай

автор: Элиана Сәитова

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтын ойоштороу һәм уның эшмәкәрлек органдарын булдырыуға арналған кәңәшмә үтте.  

Фекер алышыуҙа республиканың ҙур йәмәғәт ойошмалары һәм берләшмәләренең, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитетының етәкселәре һәм киң мәғлүмәт саралары  вәкилдәре ҡатнашты.        

Кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронтын  төҙөүгә яуаплы ойоштороусы,  Владимир Путиндың Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Александр Дегтярев алып барҙы. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫарҙары Ринат Миһранов менән Владимир Федоров сығыш яһаны. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре, шул иҫәптән «Берҙәм Рәсәй» һәм Халыҡ фронты һайлауға барасаҡ программа эшләнмәләре тикшерелде. Халыҡ фронты сиктәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең форматы тиңдәрҙең диалогын күҙаллауы айырып билдәләнде. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ингән йәмәғәт ойошмаларынан кандидаттар алдағы Дәүләт Думаһына һәм төбәк закондар сығарыу органдарына һайлауҙарҙағы кандидаттар праймеризында ла ҡатнашасаҡ.

— Халыҡ фронтының Координация советы федераль кимәлдә ойошторолдо, берҙәм рәсәйлеләрҙән тыш  унда илдең алдынғы йәмәғәт ойошмалары инде. Ошондай уҡ органдар төбәк кимәлендә лә ойоштороласаҡ, — тип билдәләне Александр Дегтярев. — Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронтын ойоштороу буйынса эштәр Владимир Путиндың төбәктәге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә йөкмәтелгән. Киләһе аҙнала, 25 майҙа, республикалағы Халыҡ фронты Координация советының беренсе ултырышын үткәреүҙе планлаштырабыҙ. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк блогын ойоштороу ҡарарын Башҡортостандың йәштәр ойошмалары вәкилдәре лә хупланы. Бөгөнгө көндә 12 йәмәғәт берләшмәһе унда инеүгә заявка бирҙе.