7 декабрь, Шаршамбы

23 май 2011 йыл, 12:45

Башҡортостан Президенты тура эфирҙа республика халҡы һорауҙарына яуап бирәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» каналының тура эфирында республика халҡы менән осрашасаҡ һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк.

«Тура линия» бөгөн, 23 майҙа, 19.00-дән 21.00-гә тиклем үткәреләсәк. Күсмә телекамералар Өфөнө Благовар һәм Сибай менән тоташтырасаҡ. Граждандар менән алып барыласаҡ диалогты «Спутник ФМ» радиостанцияһы ла тапшырасаҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының http://tv-rb.ru/ рәсми сайтында Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар ҡабул итеү дауам итә.  

Башҡортостан Президентының ошо рәүешле халыҡ менән аралашыуы ғәҙәти күренешкә әүерелә бара. Былтыр август айында Рөстәм Хәмитов «Президент сәғәте» махсус программаһында тура эфирҙа республика халҡы менән аралашҡайны. Ул ваҡытта Өфөнөң һәм Әлшәй районы халҡының, шулай уҡ студияға килгән журналистарҙың Башҡортостан Президентына һорауҙар бирергә мөмкинлеге булды. Рөстәм Хәмитовҡа килгән һорауҙарҙың күбеһе торлаҡ менән тәьмин итеү, хеҙмәт һәм эш хаҡы, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә ҡағылды. Беренсе осрашыуҙы тамамлап, Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа бындай телекүперҙәрҙең даимиға әйләндереләсәге хаҡында белдергәйне.

темалар: БР Президенты