Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында квадрат метрына тәҡдим ителгән уртаса хаҡ - 46,35 мең һум

Иҡтисад

Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,2 процентҡа күтәрелде. Бөгөн квадрат метрына тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 46,35 мең һум тәшкил итә. Ике һәм күп бүлмәлеләр сегментында хаҡтар — 0,3 процентҡа, бер һәм өс бүлмәле фатирҙар сегментында 0,2 процентҡа артты.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 1100 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Макаров урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны — 33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һумға һатыла. Достоевский урамындағы биш бүлмәле фатирҙың  дөйөм майҙаны — 202,4 квадрат метр. Иң арзан бүлмә Губкин урамынан 550 мең һумға тәҡдим ителә, майҙаны – 11 квадрат метр. Бүлмә өсөн иң юғары хаҡ – 1200 мең һум: Рәсәй урамы, 26,1 квадрат метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 16300 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Уптыла урынлашҡан, майҙаны -  423 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть