3 декабрь, Шәмбе

23 май 2011 йыл, 11:21

Һабантуй байрамы Америкаға ла барып етте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Һабантуй кеүек традицион милли байрам Америкаға ла барып етте. Колумбия округында йәшәгән Америка башҡорттары һәм татарҙары һабан байрамын 28 майҙа билдәләргә йыйына. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға ҡарата ойошторолған миили байрамға Вирджиниянан, Марилэнд, Пенсильваниянан, Колумбия округынан, Нью-Йорктан ҡунаҡтар саҡырылған.

Байрам программаһында бейеүҙәр, концерт, музыка, татлы һый, саф һауа, уйындар ҡаралған.

Башҡортостанда һабантуйҙар сәсеү кампанияһы тамамланғас, июндең тәүге аҙналарында үтә.