10 декабрь, Шәмбе

23 май 2011 йыл, 11:11

Өфөлә Татарстандың даими вәкиллеге асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

2010 йылдың 22 декабрендә Башҡортостан менән Татарстан араһында ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендә Башҡортостанда сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Татарстандың даими вәкиллеге булдырылды.

Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов Указына ярашлы, даими вәкил итеп Альберт Мәҡсүтов тәғәйенләнде. Төбәктәр хеҙмәттәшлеге барышына контроль, ике республика араһында власть органдары хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүҙәр әҙерләүҙә ҡатнашыу, предприятиелар араһында бәйләнештәр булдырыуға булышлыҡ итеү уның бурыстары иҫәбенә инә.