9 декабрь, Йома

23 май 2011 йыл, 10:15

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов герой-паралимпиясылар менән осрашты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Йома, 20 майҙа, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов дуҫтарса табын артында республиканың Паралимпия спорты геройҙары менән осрашты.

Осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Рәсәй Паралимпия комитетының беренсе вице-президенты Павел Рожков, Рәсәй инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов, Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты Рима Баталова, БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге директоры Евгений Емельянов ҡатнашты. Спортсы-паралимпиясылар Андрей Жирнов, Андрей Коптев, Алексей Лабзин, Азат Карасурин, Светлана Ғәниева, Елена Паутова, Александр Парасюк, Анастасия Овсянникова, Айгөл Сәхибзадаева, Андрей Меркулов, һәм, әлбиттә, һуңғы турнирҙар геройҙары Ирек Зарипов менән Кирилл Михайлов осрашыуҙың төп ҡунаҡтары булды.

Рөстәм Зәки улы һуңғы Паралимпиадала, шулай уҡ 2011 йылғы донъя чемпионаттарында Рәсәй йыйылма командаһына бихисап миҙалдар алып килгән  республика паралимпиясыларының ҡаҙаныштарын тағы бер тапҡыр билдәләп үтте.

— Был һеҙҙең ғәйәт ҙур хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһе, — тине республика Президенты спорт геройҙарына мөрәжәғәт итеп.

Павел Рожков Рөстәм Зәки улына Башҡортостан паралимпиясылары менән осрашыуҙа ҡатнашырға саҡырыуы һәм Рәсәйҙәге, бар донъялағы паралимпия хәрәкәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе:

— Донъялағы бер ил дә һеҙҙең республика өлгәшкән кеүек ҡаҙаныштар менән маҡтана алмайҙыр, моғайын. Хәҙер, Өфө һәм Башҡортостан – паралимпия хәрәкәтенең баш ҡалаһы, тип ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ, — тине ул.

Павел Рожков Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй Паралимпия комитетынан Иҫтәлекле билдә тапшырҙы, яуап итеп үҙе лә республика Президенты ҡулынан ҡиммәтле бүләк алды.

Башҡортостандың иң күп титул яулаған спортсыһы Ирек Зарипов Рөстәм Зәки улына уртаҡ еңеүҙәргә индергән өлөшө өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм алтын миҙалдарының береһен уға тапшырҙы.

Дуҫтарса табын артында бихисап темалар, шул иҫәптән Өфөләге Паралимпия әҙерлеге үҙәгенең, Мишкәләге Паралимпия үҙәгенең төҙөлөшө, республикала күләмле спорт төрҙәре үҫеше (халыҡҡа иң ҡулайы – йүгереү һәм велосипед), Башҡортостан мәктәптәрен спорт инвентаре менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.  

Тәү сиратта хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙең тағы береһе тип Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Нефтсе» стадионын реконструкциялауҙы атаны. Уға 200 млн һум аҡса һалынған, яңы сифатлы майҙан, кейенеп сисенеү бүлмәләре, стадион юлдары эшләнергә тейеш, шулай уҡ һыйҙырышлылығы ла арттырылған – хәҙер 18 мең тамашасы уйындарҙы ҡарай аласаҡ, 1000 урынлыҡ автомобилдәр ҡуйыу майҙансығы төҙөлгән.

Йәнә Башҡортостан Президенты яҡташтарын үҙенең өлгөһөндә йүгереүгә йәлеп итергә теләй – ул һәр көнөн иртәнге йүгереүҙән башларға ғәҙәтләнгән.