10 декабрь, Шәмбе

23 май 2011 йыл, 10:32

Силәбелә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының күсмә ултырышы үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

25 һәм 26 майҙа Силәбелә Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре ҡатнашлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының  күсмә ултырышы үтәсәк.

Ултырыш барышында Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшмәкәрлеге менән танышыу, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән  башҡорттарҙың тарихи мираҫы, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, милли мәғариф һәм мәҙәниәт мәсьәләләре тикшереләсәк, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Осрашыу сиктәрендә башҡорттар тарихына һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылышлы  түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыласаҡ.

Шулай уҡ Силәбе өлкәһе йәмәғәтселеге һәм етәкселеге вәкилдәре менән осрашыу барышында өлкә территорияһында башҡорт телендә гәзит сығарыу, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы тапшырыуҙарын ретрансляциялау мәсьәләләре ҡараласаҡ.