Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Силәбелә башҡорт дискотекаһы үтте

Йәмғиәт

Күптән түгел Силәбеләге «Голливуд» төнгө клубында «Башҡорт пати» башҡорт йәштәре дискотекаһы уҙғарылды. Уны Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре  иттифағы ойошторҙо.

Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары бындай сараларҙы йыш үткәрә. Бығаса улар йәштәр өсөн күңел асыу сараларын «Шоколад» төнгө клубында уҙғара ине.  

Силәбе йәштәре алдында башҡорт эстрадаһының йәш йырсылары Айгүзәл, Рәил Өмөтбаев, Ғайсар, шулай уҡ Өфөнөң билдәле ди-джейҙары Бурзой МС, Хан һәм Радик  сығыш яһаны. Мауыҡтырғыс һәм сағыу кисә булды. Күңелле бәйгеләр, уйындар уҙғарылды, приздар  тапшырылды. Йәштәргә бүләккә башҡорт символикаһы менән футболкалар өләшелде.

—Дискотека күптән инде милли йәштәрҙең осрашыу, аралашыу, бергә тупланыу урынына әүерелде, – ти Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сәфиуллин. – Беҙҙең кисәләргә йөҙләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр килә. Билеттарҙы башҡорт һәм ҡаҙаҡ йәштәре тиҙ һатып ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть