11 декабрь, Йәкшәмбе

23 май 2011 йыл, 9:26

Июндә Башҡортостан Японияның эшлекле даирәләре делегацияһын ҡабул итәсәк

автор: "Башинформ"

Июндең икене яртыһында Башҡортостанда Рәсәй һәм Яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа ассоциацияһы (РОТОБО) саҡырыуы буйынса киләсәк Японияның эшлекле даирәләре делегацияһы ҡатнашлығында эшлекле форум үтәсәк.

Японияның эшлекле даирәләре вәкилдәренең визитын әҙерләү планын раҫлаусы һәм планда ҡаралған сараларға яуаплы кешеләрҙе билдәләүсе БР Хөкүмәте бойороғона 20 майҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.

Эшлекле форум сиктәрендә машина эшләү һәм энергия һаҡлауҙан алып баш ҡала инфраструктураһын һәм туризмды үҫтереүгә тиклем бөтә яҡтарҙы ҡыҙыҡһындырырҙай туғыҙ төп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек юлдары тикшереләсәк.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендә эш төркөмө раҫланған. Ошо бойороҡтоң үтәлешенә контроль дә уға йөкмәтелгән.

РОТОБО-ның Башҡортостанға сәфәре һәм эшлекле форум үткәреү 2010 йылдың ноябрендә Башҡортостан делегацияһы сәфәренә яуап булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2010 йылдың 12 ноябрендә Японияла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Рәсәй һәм Яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа буйынса Япония ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек ниәттәре протоколына ҡул ҡуйылғайны. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һәм РОТОБО Президенты Нисиока Такаси документ аҫтына ҡултамғаларын ҡуйғайны.

РОТОБО-ға 200-ҙән ашыу ағза инә. Улар иҫәбендә  Японияның Mitsui, Sumitomo, Mitsubishi, TOYOTA, Honda, Nissan, SONY, Panasonic, TOSHIBA кеүек киң билдәле сәнәғәт һәм сауҙа корпорациялары, страховка һәм йөк-пассажирҙар ташыу компаниялары, банкылар, ғилми институттар, киң мәғлүмәт саралары, урындағы үҙидара органдары һәм башҡа ойошмалар бар, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.