8 декабрь, Кесе йома

20 май 2011 йыл, 17:15

БР Ауыл хужалығы министрлығы аграрийҙарға телефон аша консультациялар бирә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Сәсеү ҡыҙған осорҙа Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында ҡыҙыу телефон линияһы эшләй.

— Бөгөн беҙҙең алда бөтә проблемаларға ла иғтибар итеү бурысы ҡуйылған. Шуға күрә орлоҡ, ашламалар, техника, яғыулыҡ-майлау материалдарына бәйле булһынмы ул – теләһә ҡайһы мәсьәлә буйынса шылтыратырға мөмкин, — тип хәбәр итте муниципалитет башлыҡтары менән үткән видеоселекторҙа республика Хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев. – Әлеге ваҡытта меңдән ашыу шылтыратыу булды. Шул иҫәптән ҡала халҡы ла шылтырата, быйыл уңыш булырмы, уларҙы ашата аласаҡбыҙмы, тип борсолалар.

«Ҡыҙыу линия» телефондары – (347)273-37-86 һәм 272-06-97. Был телефондарға шылтыратыуҙар эш ваҡытында ғына ҡабул ителә, башҡа ваҡытта 8 917 45 88 222 һандарына БР Ауыл хужалығы министрлығы Үҫемлекселек һәм мелиорацияның алдынғы технологиялары бүлеге начальнигы Артур Ноғомановтың кәрәҙле телефонына шылтыратырға мөмкин, был хаҡта ул «Башинформ» агентлығына бөгөн шәхсән үҙе хәбәр итте.