8 декабрь, Кесе йома

20 май 2011 йыл, 16:40

Башҡортостандың дүрт районы сәсеү эштәрен осланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Баҡалы, Саҡмағош районы аграрийҙары сәсеү кампанияһын тамамланы. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 20 майға 1 млн. 545 мең гектар майҙанда (83%) яҙғы сәсеү үткәрелгән.

Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 1 млн. 7 мең гектарҙа (85%) сәселгән. Эштәрҙең был төрөн Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Мәләүез, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош райондары тамамланы.  

Планда ҡаралған 193 мең гектар урынына 205 меңдән ашыу гектар майҙанда (106%) көнбағыш сәселде.