Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2012 йылда Башҡортостанда Муса Гәрәев юбилейы билдәләнәсәк

Сәйәсәт

2012 йылда республикала ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың юбилейы киң байрам ителәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Рспубликаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә ветерандар менән осрашыуҙа хәбәр итте.

— Был байрамды мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ һәм уны яҡшы ойошторасаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Тейешле ҡарарға ҡул ҡуйырмын, бойороҡ буласаҡ. Байрам юғары кимәлдә үтәсәк.

Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, Башҡортостанды XX быуатта данға күмгән геройҙарҙы йышыраҡ иҫкә алырға һәм уларҙың юбилейҙарын билдәләргә кәрәк.

— Күптән түгел генә йәшәгән, беҙҙең менән эшләгән барлыҡ кешеләрҙең дә иҫтәлегенә тәғәйен баһа бирергә тейешбеҙ, — тине ул. — Республика өлкә комитетының беренсе секретарҙарын хәтергә төшөргөм килә – был оло эштәр башҡарған кешеләр. Улар ниңә онотолған? Улар заводтарҙы төҙөгән кеше. Беҙ ниңәлер уларҙы онотабыҙ, хатта улар, 60-сы – 70-се йылдар геройҙары булмаған да кеүек. Ә Муса Гәрәев буласаҡ! Беҙ хәтерләргә бурыслы һәм уларҙың иҫтәлегенә тейешле хөрмәт күрһәтеләсәк яңы геройҙар ҙа буласаҡ.

Муса Гәрәев – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән штурм авиация полкының эскадрилья командиры. 1922 йылдың 9 июнендә Башҡортостандың әлеге Илеш районында Иләкшиҙе ауылында тыуған, 1987 йылдың 17 сентябрендә вафат булған. Өфөлә Еңеү паркында ерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть