6 декабрь, Шишәмбе

20 май 2011 йыл, 14:45

Республиканың баш ҡалаһында автозавод төҙөү планлаштырыла

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә автозавод төҙөлөшө планлаштырыла. Йөк машиналары етештереү буйынса донъялағы лидерҙарҙың береһе — Нидерландияның «DAF» компанияһы бында үҙенең производствоһын булдырырға теләк белдерҙе. Был хаҡта ветерандар менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Йәйгелеккә Голландия делегацияһының республикаға визиты планлаштырылған. Ҡатмарлы һөйләшеүҙәр көтөлә, улар уңышлы тамамланған хәлдә, заводтың төҙөлөүе лә ихтимал.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай предприятие, әгәр ул була ҡалһа, әлбиттә, «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән үҙ-ара уңышлы хеҙмәттәшлек итә аласаҡ. Мәҫәлән, НефАЗ фургондарын, цистерна, кузов, тағылмаларын «DAF» маркалы машиналарға ҡуйып буласаҡ.