10 декабрь, Шәмбе

20 май 2011 йыл, 13:49

Өфөлә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Әсәләр көнө алдынан 16 — 18 ноябрҙә Өфөлә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтәсәк. Был хаҡта кисә «Рәсәй ғаиләһе» халыҡ-ара конгресының пленар ултырышы барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Әсәләр форумын республикала үткәреү инициативаһы менән РФ Йәмәғәт палатаһының Социаль мәсьәләләр һәм демографик сәйәсәт буйынса комиссияһы ағзаһы, «Әсәй» халыҡ-ара хәйриә фондтары ассоциацияһы президенты Рәис Атнағолов сығыш яһаны. Ул Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡты яҡлау, милли ғаилә традицияларын нығытыуҙың системалы характерҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Республика етәкселеге демография, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә, — тип билдәләне Рәис Атнағолов.

Ул форум дауамында Башҡортостандың ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙағы үҙенсәлекле тәжрибәһе күрһәтеләсәген дә билдәләп үтте.