7 декабрь, Шаршамбы

20 май 2011 йыл, 13:19

Башҡортостандың төҙөлөш тармағы әүҙем үҫешә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың ғинуар-апрель айҙарында Башкортостан территорияһында  дөйөм майҙаны 366,9 мең квадрат метрлыҡ 3,7 мең торлаҡ ҡулланыуға тапшырылған. Башкортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был үткән йылға ҡарата 106,2 процент. Республикала йәшәгән мең кешегә иҫәптә дөйөм майҙаны  90 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Шәхси йорт һалыусылар менән 2925 торлаҡ төҙөлгән, дөйөм файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ иҫәбендә уларҙың өлөшө 87,0 процент тәшкил итә.  

2011 йылдың ғинуар-апрель айҙарында республиканың төҙөлөш индустрияһы предприятиеларында бетон ҡулланылған материалдар, изделиелар һәм ҡоролмалар етештереү күләме 258 мең кубометр тәшкил иткән, был 2010 йыл күрһәткестәренә ҡарата 118, 0 процент.                  

207 мең кубометр йыйылма тимер-бетон (2010 йылға ҡарата 114,6% ), 28 мең кубометр бетон изделиелары (141,2%), 11,7 мең кубометр тауар бетоны (118,2%), 11,2 мең кубометр (151,4%) төҙөлөш иҙелмәһе етештерелгән.

Дүрт айҙа республика буйынса аҙ даналы стена материалдарын етештереү 110,8 млн дана шартлы кирбес йәки уҙған йылға ҡарата 123,1% тәшкил иткән. Шуларҙан: керамик кирбес – 91,5 млн дана (2010 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 121,7% ), силикат кирбес – 11,6 млн дана (90,6%), «Бессер» блоктары — 3,6 млн дана шартлы кирбес (276,9%).