8 декабрь, Кесе йома

20 май 2011 йыл, 12:34

Башдрамтеатр Башҡорт дәүләт университеты студенттары араһында йәш драматургтар конкурсы иғлан итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Башҡорт дәүләт университеты «Өмөтлө ҡәләм — 2011» йәш драматургтар конкурсын иғлан итте.  Башҡорт дәүләт университетының, шул иҫәптән уның филиалдарының һәм бүлексәләренең бөтә төр формала белем алыусы 35 йәшкә тиклемге студенттары, магистранттары, аспиранттары һәм хеҙмәткәрҙәре конкурста ҡатнаша ала. Материалдар башҡорт телендә 2011 йылдың сентябренә тиклем ҡабул ителә.  

Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәмилә Йәһүҙинаның билдәләүенсә, Башҡорт дәүләт университеты менән берлектәге бындай проект беренсе тапҡыр үткәрелә.

— Ижад иткән студенттар араһында талантлы драматургтарҙы асыҡлау, йәштәрҙең ижади башланғыстарына ярҙам итеү һәм дәртләндереү, Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарын киңәйтеү һәм байытыу, шулай уҡ йәш авторҙарҙы йәлеп итеү — беҙҙең төп маҡсат, — ти Башдрамтеатрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе. — Беҙ «Өмөтлө ҡәләм» йәш драматургтар конкурсы артабан юғарыраҡ статуслыға әйләнер һәм ижад ҡомары менән янған бар республика йәштәрен бергә туплар, тип өмөтләнәбеҙ.

Рәмилә Йәһүҙинаның билдәләүенсә, театрҙың әҙәбиәт бүлеге йәштәр менән һәр ваҡыт хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Башлап яҙыусылар үҙенең эштәрен эш көндәрендә театрға алып килә ала.