Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Октябрьскийҙа Ҡурай байрамы үтәсәк

Йәмғиәт

27 — 28 майҙа Октябрьский ҡалаһында 11-се республика Ҡурай байрамы үтәсәк. Уны БР Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, ҡала хакимиәте һәм Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы ойоштора.  

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Елена Шепелеваның әйтеүенсә, байрамға 200-ҙән ашыу музыканттың килеүе көтөлә. Солистар һәм ансамблдәр 27 майҙа ҡала мәҙәниәт һарайында башланасаҡ традицион «Бәйге» ижади ярышында үҙенең башҡарыу оҫталығын күрһәтәсәк.

Конкурс еңеүселәре исемдәре иртәгәһенә генә билдәле буласаҡ. 28 майҙа ҡаланың үҙәк майҙанында театрлаштырылған тамаша көтөлә (ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айҙар Зөбәйҙуллин).

Еңеүселәр исемлеге йола буйынса музыка училищеһында үтеүсе Гала-концертҡа тиклем сер итеп тотоласаҡ. Әммә «еңеүсе веноктары» һәм бүләктәр тапшырылғандан һуң да байрам бөтмәй әле – иң сыҙам ҡала халҡын киске концерт һәм фейерверк көтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть