10 декабрь, Шәмбе

19 май 2011 йыл, 16:43

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Кесаҙна, 19 майҙа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына Азамат Илембәтовты тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

— Республика граждандарының тормошон яҡшыртыу, иҡтисадтың йылдам үҫешенә булышлыҡ итеү, халыҡ өсөн эшләү – Хөкүмәтебеҙҙең төп бурысы, — тине Башҡортостан башлығы. – Азамат Илембәтов менән республика Хөкүмәте көн һайын ошо мәсьәлә өҫтөндә эшләр, тип ышанам. Һис шикһеҙ, Азамат Фәттәх улы өсөн был ҙур аҙым. Башҡортостан Хөкүмәте менән етәкселек итеү – оло, ҡатмарлы мәсьәлә. Миңә ун ай дауамында республика Президенты һәм Хөкүмәт Премьер-министры вазифаларын бергә алып барырға тура килде. Шуға күрә әйтә алам, был фиҙаҡәрлек, концентрация һәм кешеләргә яҡшы ҡарашта булыуҙы талап иткән ҡатмарлы һәм яуаплы эш.

Республика Президенты Азамат Илембәтовтың Хөкүмәт эшен ойоштора алыуына ышанысынын белдерҙе. Министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре эшмәкәрлеге, шулай уҡ маҡсатлы күрһәткестәр үтәлеше һәм вице-премьерҙар эше баһаланасаҡ.

Азамат Илембәтов Башҡортостан Президенты менән бирелгән темпты һаҡлап ҡаласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Беҙҙең алда торған ағымдағы һәм хужалыҡ мәстьәләләре менән көн дә шөғөлләнәсәкбеҙ, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры. – Был сәнәғәт тармағына ла, ауыл хужалығына, төҙөлөшкә лә ҡағыла.