7 декабрь, Шаршамбы

19 май 2011 йыл, 16:44

Өфө дауаханаһының йәш пациенттарына банкирҙар байрам ойошторасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Был яҡшы бүләк Өфө ҡалаһының 17-се балалар дауаханаһының пациенттарын көтә. 27 майҙа ВТБ банкы бында ҙур байрам үткәрәсәк. Балаларҙы  киң танылған «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр» телетапшырыуы геройҙары, «Камаз-мастер» командаһы автоҡыуыусылары, «Париж-Дакар» ралли даими ҡатнашыусылары һәм башҡа бик күп мауыҡтырғыс ваҡиғалар көтәсәк.

Өфөләге ВТБ филиалының  Йәмәғәтселек һәм рекламалар менән бәйләнеш буйынса идара итеүсеһе ярҙамсыһы Ирина Моторина һүҙҙәренсә, был сара ВТБ банкының «Күҙ йәшһеҙ донъя» бөтә Рәсәй шәфҡәтлелек программаһы нигеҙендә  үтәсәк.

—Программа Рәсәй балалар дауалау учреждениеларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын 1 миллион һум күләмендәге адреслата ярҙамды бөтә донъя буйынса ундан артыҡ балалар  дауаханаһы алып тора. Быйыл был ярҙам Өфөләге 17-се һанлы балалар дауаханаһына күрһәтеләсәк, — тине Ирина Моторина.

Йәш пациенттар өсөн байрам ВТБ банкының һис тә берҙән-бер социаль проекты түгел. Шулай, Өфө филиалы Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фондына инә һәм бағыусы кәңәшмә изге Алла анаһы Раштыуаның сиркәүен реконструкциялау буйынса балалар һәм үҫмерҙәр Социаль приютына ярҙам итеп, Өфөлә «Георгиев таҫмаһы» акцияһының бағымсыһы булды. Бынан тыш, банкта волонтер хәрәкәте әүҙем эшләй – айырым осраҡта хеҙмәткәрҙәр донор булып торалар һәм даими рәүештә ҡан тапшыралар.

— Спорт, мәҙәниәт, шулай уҡ социаль яҡлауға мохтаждарҙы ярҙам итеү — ВТБ-ның корпоратив миссияһы, —тине Ирина Моторина, әлеге проекттарҙы эшләү һәм тормошҡа ашырыуҙа, Банкта махсус проекттар бүлеге булдырылған һәм хеҙмәткәрҙәр йыл һайын федераль һәм региональ кимәлдә унлаған акциялар үткәреп торалар.