6 декабрь, Шишәмбе

19 май 2011 йыл, 16:06

Башҡортостан ауыл хужалығына ярҙамды арттыра барасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда ауыл хужалығына ярҙам арттырыласаҡ. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында сығыш яһағанда республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Әле ауыл халҡы яғыулыҡ, ашламалар менән тәьмин ителгән, техниканы әүҙем һатып ала, — тине ул. — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ауыл хужалығына әүҙем ярҙам итә. Һәм беҙ был ярҙамды арттыра барасаҡбыҙ. Сөнки беҙҙең өсөн ауыл хужалығы төп өҫтөнлөктәрҙең береһе.  

Рөстәм Хәмитов «Салауат Юлаев»тың чемпионлығы кеүек Башҡортостан халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға тураһында ла телгә алды.

— Был да бөтөн республикабыҙҙың ҡаҙанышы,— тине ул. — Сөнки барыбыҙ ҙа был команданы яратабыҙ, уға уңыштар теләйбеҙ. Рухи яҡтан да, матди йәһәттән дә ярҙам итәбеҙ. Һәм беҙҙең чемпион флагманыбыҙға ярҙам буйынса эштәр дауам ителәсәк, тип уйлайым. Республикабыҙҙың бындай кимәлдәге командаһы мотлаҡ булырға тейеш. Һәм киләсәктә лә чемпиондарыбыҙ булһын өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Башҡортостан Президенты һалым керемдәренең төбәктә планлаштырылған күрһәткестәрҙән 15 – 16 процентҡа артығыраҡ булыуын да билдәләп үтте һәм республика бюджетының тулыһынса үтәләсәгенә ышаныс белдерҙе.

Һүҙен тамамлап, Рөстәм Хәмитов депутаттар иғтибарын республикалағы власть һәм йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәттәрендәге ыңғай йүнәлешкә йәлеп итте:

— Социаль-сәйәси хәлдәр ҙә арыу беҙҙә. Халыҡ власҡа ышана.  Кешеләр власҡа йөҙө менән борола. Беҙ ҙә шулай эшләйбеҙ. Беҙ кешеләр өсөн эшләйбеҙ, уларға йәшәүе әҙ генә еңелерәк булһын өсөн. Көндәлек тырышлыҡ ахырҙа үҙенең һөҙөмтәһен бирәсәк.