8 декабрь, Кесе йома

19 май 2011 йыл, 15:16

Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатының тынлы оркестры «Алтын лира» халыҡ-ара конкурсының гран-прийына эйә булды

автор: Эльмира Сабирова

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының «Өфө фанфарҙары» оло  тынлы оркестры Мәскәүҙә үткән «Алтын лира — 2011» балалар һәм үҫмерҙәр классик мәҙәниәтенең халыҡ-ара фестиваль-конкурсында Гран-при яуланы. Йәш музыканттар «инструменталь башҡарыусанлыҡ» номинацияһында  иң яҡшыһы тип табылды. Был хаҡта «Башинформ» агентствоһына БР Мәғариф министрлығынан баш белгес-эксперт Айгөл Япарова хәбәр итте.

Күренекле музыканттарҙан, билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы һәм Гнесиндар музыка академияһы уҡытыусыларынан торған компетентлы жюри хөкөмөнә  коллектив Хачатурян, Римский- Корсаков, Бадельта әҫәрҙәренән торған программаһын күрһәтте.

Әйтергә кәрәк, конкурс Гнесиндар исемендәге музыка колледжының концерт залында үтте. «Инструменталь  башҡарыусанлыҡ» номинацияһында 20-нән артыҡ Рәсәй, БДБ, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән үҫмерҙәр инструменталь оркестр һәм ансамбль, халыҡ инструменттары оркестр һәм ансамблдәре, тынлы ҡоралдар, джаз оркестр һәм ансамбле, вокал-инструменталь ансамблдәре ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар һәм уларҙың остазы, Рәсәй Федерацияһының алдынғы эшсеһе Фәнзирә Ниғмәтйәнова әйтеүенсә, Башҡортостан коллективының төп конкуренцияһы булып  Мәскәү, Яҡутия, Владимир өлкәһе һәм Марий Эл республикаһының йәш музыканттары торған.

— Был еңеү– таланлы дирижер етәкселегендәге гимназия оркестрының ижади ҡаҙаныштары йыйылмаһында беренсе генә түгел, – ти мәғариф учреждениеһы директоры Эльмира Сафина. –Ләкин беҙҙең гимназист-музыканттар халыҡ-ара кимәлендә беренсе тапҡыр Гран-при яуланылар.