Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Президенты яңы Премьер-министр эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләне

Сәйәсәт

Бөгөн республика парламентына БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына Азамат Илембәтовтың кандидатураһын күрһәтеп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яңы Премьер-министрға тәү сиратта хәл итергә тура киләсәк төп мәсьәләләрҙе билдәләне.

— Иғтибар йүнәлтергә тура киләсәк иң мөһим эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе — ул Салауат – Стәрлетамаҡ сәнәғәт узелы нигеҙендә нефть һәм газ химияһы үҙәген булдырыу, — тине Башҡортостан Президенты. — РусГидро һәм Alstom француз компанияһы менән берлектә сәнәғәт технопаркы төҙөлөшө – республиканың машиналар эшләү комплексына яңы этәргес биреүгә һәләтле киләһе сәнәғәт проекты. Шулай уҡ Ҡариҙел йылғаһында  гидроэлектростанция һәм Белорет районында тулы цикллы металлургия заводы төҙөлөштәре лә һис шикһеҙ өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә.

Иҡтисади уңыштың тағы ла мөһимерәк өлөшө тип Рөстәм Хәмитов бәләкәй һәм урта бизнесты атаны.

— Көнбайыштың – АҠШ, Италия, Францияның тәжрибәһе һәм көнсығыштың — Ҡытай йәки, мәҫәлән, Көньяҡ Кореяның тәжрибәһе лә был хаҡта һөйләй, — тип билдәләне республика башлығы. — Ниһайәт, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн ыңғай шарттар булдырырға кәрәк — был Хөкүмәтебеҙҙең иң мөһим бурысы. Эш хаҡын арттырыу, әлегә ул Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡынан да бәләкәй, төҙөлөш комплексын әүҙемләштереү — былар ҙа беҙҙең эшебеҙҙәге төп йүнәлештәр. Граждандарыбыҙ улар буйынса һөҙөмтәләр көтә, һәм улар һөҙөмтә булырына өмөтләнергә хоҡуҡлы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть