Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Республика алдында торған бурыстарҙы команда менән генә хәл итергә мөмкин»

Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республика Президентына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры итеп Азамат Илембәтовты тәғәйенләүгә ризалығын бирҙе.

Башҡортостан парламенты депутаттарын премьерҙың кандидатураһы менән таныштырып, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың стратегик бурыстары һәм өҫтөнлөктәренең билдәләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уларҙы әүҙем тормошҡа ашырырға кәрәк. Республика башлығы билдәләүенсә, Азамат Илембәтов бындай рангылағы етәксегә бөгөнгө көн билдәләгән бөтә талаптарға тулыһынса яуап бирә. Ул 15 йылдан ашыу  төрлө өлкәләрҙә төрлө вазифала эшләгән, ярайһы ҙур идара итеү тәжрибәһенә эйә. Азамат Илембәтов Буребай тау-байыҡтырыу комбинатын етәкләгән, республиканың Хәйбулла районы хакимиәте башлығы, артабан «Урал тау-металлургия компанияһы-холдингы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тау металлургияһы предприятиеларын үҫтереү идаралығы начальнигы була, Мәскәүҙә «НИИТЭХИМ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, унан һуң Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләй, һуңғы арала республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры вазифаһын башҡара.

Рөстәм Хәмитов Азамат Илембәтовтың компетентлыҡ, шулай уҡ ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡ кеүек сифаттарын айырым билдәләне. Республика башлығы әйтеүенсә, Азамат Илембәтов Башҡортостан менән идара итеүселәр командаһына тиҙ ҡушылған, быныһы үтә мөһим, сөнки республика алдында торған бурыстарҙы, Рөстәм Хәмитовтың инаныуынса, команда менән генә хәл итергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть