4 декабрь, Йәкшәмбе

19 май 2011 йыл, 12:45

Фидус Ямалетдинов йәштәрҙе «Йәш Рәсәй» һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» нда бергә тупланырға саҡырҙы

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөрө районындағы ял йорттарының береһендә көн элгәре «Мин — Йәш»  республика йәштәр форумын асыу тантанаһы үтте. Унда  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов йәштәр алдында сығыш яһап,  хәҙерге йәш быуынға «Йәш Рәсәй» һәм «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы»  тирәләй  бергә тупланырға кәрәклеген белдерҙе.

— «Йәш Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте  һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» ойошмалары – йәштәрҙе берләштереүсе берекмәләрҙең береһе,- тине Фидус Ямалетдинов,  – улар  бөтәһенә лә таныш булырға тейеш. Мәғлүмәт киңлеген әүҙем яуларға кәрәк.

Премьер-Министр шулай уҡ һуңғы ваҡытта «йәштәрҙең изге эштәре һәм алдынғы башланғыстарына ҡарағанда», улар тарафынан енәйәттәр һәм террорсылыҡ акттарының  күберәк ҡылыныуы хаҡындағы  яңылыҡтарҙы йышыраҡ  ишетергә тура килеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырып, беҙ йәмғиәттең деструктив көсөнә бер ниндәй ҙә мөмкинлек ҡалдырмайбыҙ,  — тине Фидус Ямалетдинов. —   Үҫеп килеүсе йәш быуындың күңеленә һәм йөрәгенә яңы асҡыстар эҙләүҙә, ғөмүмән, эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын. Беҙҙең тарафтан һеҙгә  ярҙам булырына вәғәҙә бирәм.  Киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм ҡуйған маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем.

темалар: йәштәр, форум