8 декабрь, Кесе йома

19 май 2011 йыл, 11:28

Рөстәм Хәмитов: «Хоккей бөтөн Башҡортостан халҡының намыҫ эше булды һәм булып ҡала»

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Кисә Өфө халҡы «Салават Юлаев» командаһының Рәсәйҙә икенсе тапҡыр чемпион исемен яулауын байрам итте. «Өфө-Арена»  боҙ һарайындағы төп байрам сараһына почетлы ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты, легендар ҡапҡасы Владислав Третьяк, РФ Хоккей федерацияһының Попечителдәр советы рәйесе  Павел Крашенинников, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе, «Салауат Юлаев» хоккей клубының яңы президенты Әнүәр Мәхмүтов, клубтың элекке президенты Николай Курапов, КХЛ-дың вице-президенты Владимир Шалаев, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин һәм Башҡортостанда тыуған СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы летчигы Урал Солтанов ҡатнашты.

Тантана ҡунаҡтарын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне:

— Ҡәҙерле дуҫтар!

Бөгөн Өфөлә, Башҡортостан Республикаһында, оло байрам. Беҙ Гагарин Кубогында еңеүсе команданы, данлыҡлы клубыбыҙ -  «Салауат Юлаев» хоккей клубын тәбрикләйбеҙ.

Хоккей Башҡортостан Республикаһының бар халҡы өсөн намыҫ эше булды һәм булып ҡала. Хоккей, ҙур хоккей республикала, Өфө ҡалаһында һәр саҡ буласаҡ. Мин «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларына оло рәхмәтемде белдерергә, уларға беҙгә еңеү алып килгән фиҙаҡәр, сағыу, иҫ киткес шәп уйындары өсөн рәхмәт әйтергә теләйем!  

Республика башлығы шулай уҡ команда менән эшләгән тренерҙарға, хоккей клубына ярҙам иткән бағыусыларға, көйәрмәндәргә лә айырып рәхмәт әйтте. Республика Хөкүмәте хоккей майҙансыҡтарын арттырыу, йәш хоккейсылар үҫтереү өсөн, беҙҙең хоккей Рәсәйҙә иң яҡшыһы булып ҡалһын өсөн бөтә көсөн һаласаҡ, тип белдерҙе.

Владислав Третьяк менән Павел Крашенинников, артабан Әнүәр Мәхмүтов менән Николай Курапов чемпиондарҙы алтын миҙалдар һәм алтын еңеүсе йөҙөктәре менән бүләкләне.

Егеттәр Рәсәй Космонавтикаһы федерацияһынан да бүләктәр алды – кешенең беренсе тапҡыр йыһанға осоуының 50 йыллығында хоккейсылар, тренерҙар һәм клуб хеҙмәткәрҙәре йыһанды яулаусы Урал Солтанов ҡулынан Юрий Гагарин исемендәге иҫтәлекле миҙалдар алды.

Тантаналы өлөштән һуң чемпиондарҙы – Гагарин кубогы йондоҙҙарын Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Кристина Орбакайте һәм Олег Газманов ҡотланы.

«Өфө-Арена»лағы тантананан һуң геройҙар Гагарин Кубогы менән Өфө урамдары буйлап үтте, Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы һәм унан һуң Ҡала хакимиәте бинаһы янына юлланды. Ленин майҙанында дауам иткән байрам концерты салют менән тамамланды.