2 декабрь, Йома

19 май 2011 йыл, 10:29

Азамат Илембәтов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры итеп һайланды

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 38-се ултырышында депутаттар, БР Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры итеп Азамат Илембәтовты тәғәйенләүгә республика Президентына ризалығын бирҙе.

101 депутаттың 98-е яңы премьерҙың кандидатураһын яҡланы, ике кеше ҡаршы төштө һәм бер кеше тауыш бирмәй ҡалды.