5 декабрь, Дүшәмбе

18 май 2011 йыл, 10:00

Башҡортостанда «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы раҫланды

автор: "Башинформ"

БР Хөкүмәтенең 17 майҙағы ҡарары менән Рөстәм Хәмитов «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһын раҫланы.

Программаның төп маҡсаты – тейешле мәғариф системаһын ойоштороу, хәҙерге йәмғиәттә өлкәндәрҙең яраҡлашыуы өсөн шарттар булдырыу һәм быуындар бәйләнешен тәьмин итеү иҫәбенә оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу.

Программа саралары «Компьютер грамоталылығы нигеҙҙәрен өйрәтеү», «Инглиз телен өйрәтеү», «Ғаилә психологияһы нигеҙҙәренә эйә булыу», «Шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәрен һәм методологияһын өйрәтеү» кеүек йүнәлештәр буйынса системалаштырылған.

Документта билдәләнеүенсә, уҡыу дисциплиналары Башҡортостан Республикаһының райондарында һәм ҡалаларында үткәрелгән һорау биреү барышында ололарҙың теләктәрен иҫәпкә алып һайланған. Муниципаль программаларҙы ҡабул иткәндә уның төп һәм өҫтәмә саралары системаһы башҡа йүнәлештәр менән тулыландырылыуы, сәғәттәр күләме һәм уҡытыу тематикаһы буйынса киңәйтелеүе ихтимал.

Ошондай уҡыуҙар бюджеттан средстволар иҫәбенә Туймазы һәм Салауат ҡалаларында, Өфөнөң Совет районында тормошҡа ашырыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, пенсия йәшендәге кешеләр яңы белем алыу, заманса технологияларҙы, алымдарҙы, методикаларҙы үҙләштереү менән ҡыҙыҡһына.

Башҡортостан Хөкүмәтенең ошо ҡарары Башҡортостан Республикаһы Президентының 2010 йылдың 29 ноябрендәге “2011 йылға «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһы тураһында»ғы бойороғон тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителде, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.