9 декабрь, Йома

19 май 2011 йыл, 9:41

«Торос» Йәштәр хоккей лигаһы өсөн үҙенең икенсе командаһын төҙөй

автор: Дмитрий Слезин

Ике йыл рәттән Рәсәй хоккей чемпионатының Юғары лигаһы призерҙары рәтенә ингән Нефтекама «Торос»ы киләһе миҙгелдә Йәштәр хоккей лигаһына үҙенең икенсе командаһын сығарырға ниәтләй. Бында ул Өфөнөң «Толпар»ына иптәш буласаҡ.

Йәштәр командаһын булдырыу төп команда өсөн резерв тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк. Әлеге ваҡытта йәштәр командаһы составы төҙөлә. «Торос» хоккей клубы көйәрмәндәрен Нефтекаманың яңы, йәштәр командаһы исеменә конкурста ҡатнашырға саҡыра. Үҙегеҙҙең варианттарығыҙҙы Нефтекама «Торос»ының рәсми сайтындағы форумда ҡалдырырға мөмкин.  

темалар: хоккей