3 декабрь, Шәмбе

19 май 2011 йыл, 9:29

Башҡортостандың 14 районы ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуҙы тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың 14 районы эшсәндәре ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуҙы тамамланы. Минераль туҡландырыу 656 мең гектар майҙандың 495 меңендә үткәрелгән (76%). Был уҙған йылдағы кимәлгә ҡарағанда 78 мең гектарға күберәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

185 мең гектарҙа (79%) күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу тамамланған, сағыштырыу өсөн — былтыр ошо уҡ датаға ҡарата 166 мең гектарҙа туҡландырыу үткәрелгәйне. 28 район был эштәрҙе теүәлләгән.

Минераль ашламалар туплау буйынса Ауырғазы (141%), Бүздәк (128%), Дүртөйлө (106%), Илеш (136%), Ҡырмыҫҡалы (149%), Стәрлетамаҡ (130%), Саҡмағош (222%), Шишмә (128%) райондары алдынғы урында.

18 майға ҡарата оператив мәғлүмәттәр буйынса, республикала 243 мең тонна орлоҡтоң 239 мең тоннаһы ағыу менән эшкәртелгән (98%).