Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ районы эшсәндәре тәүгеләрҙән булып 2011 йылғы сәсеүҙе тамамланы

Иҡтисад

Беренсе булып яҙғы сәсеүҙе республикала Стәрлетамаҡ районы игенселәре тамамланы. Район хеҙмәтсәндәре 74,5 мең гектар майҙанда сәсеү үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Ауырғазы (99%), Саҡмағош (99%), Бөрө (90%), Бүздәк (90%), Борай (93%), Дүртөйлө (90%), Миәкә (91%), Шаран (92%) райондарында һуңғы гектарҙарҙа сәсеү алып барыла.

Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, 23 районда көнбағыш сәсеү тамамланған. Республика буйынса йәмғеһе 191580 гектар йәки 99% сәселгән.

63 мең гектарҙың 56299-ында шәкәр сөгөлдөрө сәселгән. Был планлаштырылғандан 89 процент. Бишбүләк,  Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Илеш, Мәләүез, Саҡмағош районы сөгөлдөрсөләре планды үтәгән.

18 майға Башҡортостанда 1 млн. 437 мең гектар (77%) майҙанда яҙғы сәсеү үткәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть