5 декабрь, Дүшәмбе

18 май 2011 йыл, 17:07

Туймазыла Милли мәҙәниәттәр аҙналыҡтары башланды

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә Туймазыла Милли мәҙәниәттәр аҙналыҡтары башланды, улар ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Байрамдар сылбырын дүшәмбелә Башҡорт мәҙәниәте аҙналығы асты. Был уңайҙан урындағы шағирҙар, рәссамдар, тел уҡытыусылары, муниципаль район хакимиәте, предприятиелары, ойошмалары, учреждениелары вәкилдәре ҡатнашлығында райондың «Родина» мәҙәниәт һарайында тантана үтте.

Бай эстәлекле программа әҙерләнгән, уның дауамында фәнни-ғәмәли һәм китап уҡыусылар конференциялары, «Әҙәби Башҡортостан» викторинаһы, «Шатлыҡ» фестивале, уҡыусыларҙың «Ырыуымдың арҙаҡлы кешеләре» ижади эштәр конкурсы, «Республикам иртәhе» һүрәттәр конкурсы, башҡорттарҙың матди мәҙәниәте, халыҡ оҫталары изделиелары, «Китап» нәшриәте күргәҙмәләре, башҡорт милли аш-һыуы күргәҙмә-йәрминкәһе, концерттар, милли көрәш буйынса мастер-класс, башҡа ҡыҙыҡлы саралар ҡаралған.

Аҙна аҙағында башҡорт мәҙәниәте аҙналығының йомғаҡлау сараһы үтәсәк. Июндә –  Татар мәҙәниәте аҙналығы, августа Рус мәҙәниәте аҙналығы көтөлә. Башҡа айҙарҙа туймазылар һәм уларҙың ҡунаҡтары үрҙә аталған милләттәр менән бергә ҡала һәм райондың айырылмаҫ өлөшөн тәшкил иткән тағы алты милләт мәҙәниәте һәм сәнғәте менән таныша аласаҡ.