Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ТӨРКСОЙ илдәренең драма театрҙары директорҙары ултырышында ҡатнаша

Йәмғиәт

Кисә Төркиәнең Анталия ҡалаһында II Халыҡ-ара дәүләт театрҙары фестивале асылды. Ул 28 майға тиклем дауам итәсәк. Фестиваль сиктәрендә 16 — 19 майҙа  ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең милли, дәүләт академия драма театрҙары директорҙары ултырышы үтәсәк. Был сарала Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.

Театр директорҙары ултырышы Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының Дәүләт театрҙары генераль дирекцияһы менән берлектә ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретариаты менән ойошторолған.

ТӨРКСОЙ илдәре театрҙары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн Милли, дәүләт академия драма театрҙарының директорҙар советын ойоштороу — уның төп маҡсаты.

Ултырышта Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төньяҡ Кипр, Хакасия, Алтай һәм Сыуашстан театрҙары етәкселәре ҡатнаша.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһынан ултырышта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, РФ һәм БР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть