10 декабрь, Шәмбе

18 май 2011 йыл, 15:03

Башҡортостанда «Мин Йәш» мәғариф форумы үтә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандың Бөрө районында республика йәштәренең «Мин Йәш» мәғариф форумы асылды. Уны «Берҙәм Рәсәй» һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаларының төбәк бүлексәләре, Бөрө районы хакимиәте ҡатнашлығында «Йәш Рәсәй» хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ойошторҙо. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Йәштәр башланғыстарына ярҙам үҙәге, Башҡортостан Респуликаһындағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе проект партнерҙары булып сығыш яһай.

Республика йәштәре активы форумында Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәшәү сифаты (Һаулыҡ)» проекты етәксеһе Максим Мищенко, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, БР Дәүләт Йыйылышының Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Альбина Буранғолова, БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин ҡатнаша.  

Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар өсөн шәхес булараҡ үҫеш, команда төҙөү, ораторлыҡ һәләте буйынса һәр төрлө тренингылар, семинарҙар, лекциялар ойоштороласаҡ. Ошонда уҡ йәш лидерҙар өсөн социаль проекттарҙың презентацияһы ла үтәсәк.

Форум 19 майҙа тамамланасаҡ.