9 декабрь, Йома

18 май 2011 йыл, 13:12

Башҡортостан Президенты оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштәге хәлдәрҙе веб-камера ярҙамында контролдә тотасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың талабы буйынса Өфөлә Баландин урамы, 7б адресы буйынса төҙөлөүсе торлаҡ йортта веб-камера ҡуйыласаҡ. Уның ярҙамында төҙөлөш барышын күҙәтеп барырға мөмкин буласаҡ. «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры советнигы Ульяна Каменеваның хәбәр итеүенсә, төҙөлөш эштәре барышын республика башлығы шәхсән үҙе, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов һәм Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры Рәүф Ноғоманов контролдә тотасаҡ.

— Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре дауам итә. Йорттоң 12-се ҡаты һалына,  — тине Ульяна Каменева. – Бөтәһе 18 ҡат буласаҡ. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты – киләһе йылдың беренсе кварталы.      

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был объект ҡалалағы иң оҙаҡ төҙөлөүсе проблемалы йорттарҙың береһе. Был йорттағы фатирҙарҙы төҙөлөшкә аҡса индергән өлөшсөләр «БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһы аша һатып алған. Башта йортто «Жилстройкомплектснаб» төҙөй. План буйынса төҙөлөш 2009 йыл аҙағында тамамланырға тейеш була. Әммә 2009 йылдың ноябрендә ул бөтөнләй туҡтап ҡала. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары ярҙамсыһы Эльвира Сандакованың әйтеүенсә, объектты Торлаҡ төҙөлөшө фондының бүлендек структураһына тапшырырға ҡарар ителә.

темалар: төҙөлөш, торлаҡ