2 декабрь, Йома

18 май 2011 йыл, 11:26

18 майҙа Дмитрий Медведевтың матбуғат конференцияһы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

18 майҙа Мәскәүҙең «Сколково» идара мәктәбендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың оло матбуғат конференцияһы үтәсәк. Уға 800-ҙән ашыу журналист, шул иҫәптән 300 сит ил матбуғат вәкиле аккредитацияланған.

Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәскәү ваҡыты менән 13.00-дә башланасаҡ матбуғат конференцияһының трансляцияһы Беренсе канал, «Россия-1», «Россия-24», «Евровидение», RT, «КП» телеканалдарында, «Вести FM», Радио КП радиостанцияларында алып барыласаҡ. Интернеттан трансляцияны 1TV.ru, Vesti.ru сайттарында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Матбуғат конференцияһы трансляцияһын техник яҡтан тәьмин итеүҙә телеканалдарҙың алты күсмә юлдаш станциялары файҙаланыласаҡ.