Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда авария хәлендәге 107 йортта йәшәүселәр яңы торлаҡҡа күсә

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының авария хәлендәге торлаҡ фондынан халыҡты күсереү буйынса адреслы программаһында ағымдағы йылда туғыҙ муниципаль берәмек ҡатнаша. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Фидарис Багаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, был ҡалалар иҫәбенә Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Туймазы һәм Яңауыл инә.

Программа әлеге ваҡытта дөйөм майҙаны 37,168 мең квадрат метрлыҡ 107 авария хәлендәге торлаҡ йорттарҙа йәшәгән 2367 гражданды хәүефһеҙ һәм уңайлы торлаҡҡа күсереүҙе күҙ уңында тота.

Йорттарҙың тулы исемлеге менән http://gosstroy.bashkortostan.ru/upload/user/perechen%20avarirnyh.pdf адресы буйынса танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть