Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфө мәктәптәре 11 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһын ҡабул итергә әҙер

Йәмғиәт

Өфө мәктәптәре 1 сентябрҙә беренсе класҡа 11,2 меңдән ашыу баланы ҡабул итергә әҙер. Шул сама бала йәше һәм сәләмәтлек торошо буйынса уҡыуға әҙер. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта ата-әсәләрҙән балаһын мәктәпкә ҡабул итеүҙе һорап 9,6 мең ғариза бирелгән.  

Азамат Сәйфуллин мәктәптәрҙәге сығарылыш имтихандарына әҙерлек тураһында ла һөйләне. Быйыл Өфө мәктәптәрендә туғыҙынсы класты тамамлаусы — 8,9 мең, ун беренсе класты тамамлаусы алты мең уҡыусыға йомғаҡлау аттестацияһын үтергә тура киләсәк. Ҡала территорияһында 31 берҙәм дәүләт имтиханы үткәреү пункты ойошторолған. Имтихандар алыуға ике мең самаһы уҡытыусы йәлеп ителәсәк. Дауалау учреждениеларында һәм шифаханаларҙа дүрт айҙан ашыу дауаланыусы һәм инвалид балалар өсөн имтихандар ябайлаштырылған формала үткәреләсәк. Ҡалала бындай 56 кеше барлығы билдәле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть