10 декабрь, Шәмбе

17 май 2011 йыл, 10:47

Ҡалтасы районында 200 самаһы яңы эш урындары булдырыласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть-сервис ойошмаларын ҡулайлаштырыу менән бәйле саралар булдырыу буйынса эш төркөмөнөң киңәйтелгән ултырышы үтте.

Ултырыш эшендә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, “Башнефть” йәмғиәте етәкселеге, биләмәләрендә нефть-сервис ойошмалары урынлашҡан муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов ултырышта ҡатнашыусыларға әүәлге ултырыш ҡарарҙарының үтәлеше, бизнес өсөн, шулай уҡ хеҙмәт коллективтары өсөн юғалтыуҙарҙы кәметеү маҡсатында нефть-сервис ойошмаларын ҡулайлаштырыу барышы хаҡында һөйләне. “Башнефть” йәмғиәте етәкселеге менән ошо ҡатмарлы социаль мәсьәләне хәл итеүҙә үҙ-ара аңлашыуға өлгәшелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Владимир Балабанов, ултырыштың Ҡалтасыла үткәрелеүе осраҡлы түгел, тип билдәләне. Ҡалтасы районы хакимиәте муниципаль берәмектәр араһында тәүгеләрҙән булып 2011 – 2015 йылдарға Ҡалтасы районы муниципаль районының Красный Холм ауыл Советы ауыл биләмәһен үҫтереү программаһын тәҡдим итте. Урындағы иҡтисадтың нефть йүнәлешенә ҡулайлашыуына алмашҡа яңы производстволар, яңы эш урындары булдырылыуы, инвестиция проекттарының системалы тормошҡа ашырылыуы уның асылын тәшкил итә.

Дөйөм алғанда, программаны тормошҡа ашырыу Красный Холм ауылында 200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу,  район һәм ауыл биләмәһе бюджетына средстволарҙы өҫтәмә индереүҙе тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.