9 декабрь, Йома

17 май 2011 йыл, 17:01

Өфөлә сәскәләр ултырта башланылар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә 17 майҙа сәскә ултырта башланылар. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Һауа шарттарына ҡарап, ҡала түтәлдәрендә сәскәләр ултырта башларға ҡарар ителгән – май аҙағына тиклем синоптиктар йылы көндәр вәғәҙә итә.

Сәскәләр ултыртыу «ҡыҙыл линиянан» башланасаҡ. Был тәү сиратта Октябрь проспекты, Беренсе май, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары, Салауат Юлаев проспекты. Шулай уҡ бөгөндән башлап ҡалала газондарға һыу ҡойола башлаясаҡ. Уларҙың күбеһенә һыу төнгө ваҡытта һибеләсәк.