4 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2011 йыл, 16:00

Октябрьскийҙың машина эшләүселәре Ҡаҙағстан нефтселәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә

автор: Мөсәүир Камалетдинов

«ОЗНА» акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Ҡаҙағстан Республикаһының «Кен-Сары» нефть компанияһы менән хеҙмәттәшлеген дауам итә. Йыл аҙағында компанияның Ҡаҙағстандағы партнерҙары менән Октябрьский ҡалаһында үткәрелгән техник аудит һөҙөмтәһендә февралдә яңы Арыстан ятҡылығын йыһазландырыу өсөн технология ҡорамалдарының ҙур партияһын эшләү һәм поставкалауға контракт төҙөлгәйне.  

Берлектәге проекттарҙың береһе составына һурҙырғыслы янғын һүндереү станцияһы һәм резерв ҡорамалдары һәм йылытыу мейестәре булған, сәғәтенә 195 кубометр шыйыҡса етештереүсәнлегенә эйә магистраль һурҙырғыс инә. Ул тауар нефтен «КазТрансОйл» акционерҙар йәмғиәте системаһына ҡыуыуҙы тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән.

Йәй аҙағына тиклем тулыһынса әҙер продукция Ҡаҙағстандың Атырау өлкәһенә файҙаланыу урынына тейәп оҙатыласаҡ. Шеф-монтаж эштәрен урында «ОЗНА» сервис компанияһы белгестәре башҡарасаҡ, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.