4 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2011 йыл, 15:10

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында өлкә һабантуйы үткәреләсәк

автор: Михаил Хәбиров, Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығында Өлкә һабантуйы-2011-ҙең ойоштороу комитеты йыйылышы үтте. Унда милли байрам үткәреләсәк урын һәм уның датаһы билдәләнде. Һабантуй үткәреү көнө итеп – 25 июнь, ә үткәреү урыны итеп Ҡоншаҡ районындағы Сабаҡкүл буйы билдәләнде. Байрамға Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизовтың килеүе көтөлә.

Ойоштороу комитеты унда балалар һабантуйын да үткәрергә ҡарар итте, бының өсөн айырым майҙан бүленәсәк.

Ултырыш барышында һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһы делегацияһының ҡатнашлығы мәсьәләһе лә күтәрелде. Байрамда билдәле «Каруанһарай» эстрада коллективы сығыш яһаясаҡ, башҡорт сувенирҙары күргәҙмә-йәрминкәһе ойоштороласаҡ.  

Традицион спорт төрҙәренән башҡа байрамда көс талап итеүсе экстрим да күрһәтеләсәк. Ярыштар үткәреүҙе Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин үҙ өҫтөнә ала.

Өлкә һабантуйы сиктәрендә иң яҡшы башҡорт тирмәһенә конкурс үткәреләсәк. Баһалама ағзалары уның тышҡы биҙәлешен, эске йыһазланышын һәм хужаларҙың ҡунаҡсыллығын баһалаясаҡ. Конкурста өлкәнең йәмәғәт ойошмалары, муниципаль район хакимиәттәре ҡатнашасаҡ.

Һабантуй («Һабан байрамы») – төрки халыҡтарының йылына ике тапҡыр үткәрелеүсе боронғо байрамы. Тәүге һабантуй – яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға, икенсеһе уңыш йыйыуға арналған.

Силәбе өлкәһе халҡы өсөн һабантуй — ул нигеҙҙә ғаилә байрамы. Оло туғандарын һәм балаларын алып, улар бында теүәл бер көнгә киләләр. Тап йәш быуын спорт һәм милли конкурстарҙың төп ҡатнашыусыһына әйләнә: йәштәр майҙанда бил һынаша, арҡан тартыша, көршәк вата.