9 декабрь, Йома

17 май 2011 йыл, 17:46

Республиканың баш ҡалаһында дүрт айҙа 90 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөлгән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ғинуарҙан алып апрелгә тиклем Өфөлә 89,6 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда күпкә артығыраҡ. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Ҡала башлығы йәнә, үрҙә күрһәтелгән осорҙа сәнәғәт производствоһы индексы — 108,5%, ә ҡулланыу хаҡтары индексы 104,4% тәшкил итте, тип билдәләне. Зыянға эшләүсе предприятиелар иҫәбе ҡалала бөгөн 23,7% тәшкил итә һәм урындағы властар уларҙың иҫәбен кәметергә тырыша. Өфө властарын эш хаҡы буйынса бурыстар ҙа борсой. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда ла, эш биреүселәрҙең Өфө халҡына 25 миллион һумдан ашыу бурысы бар.