10 декабрь, Шәмбе

26 апрель 2011 йыл, 14:22

Әлшәй районында бруцеллез арҡаһында ветеринарҙар тотош ферманы юҡ итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Әлшәй районында БР Ветеринария идаралығының планлы тикшереүе барышында бруцеллез сирле малдар булыуы асыҡланған. Бындай малдар “Нур” ауыл хужалығы кооперативы фермаларының береһендә аҫралған. Ошо малсылыҡ комплексында төрлө зоотехник күрһәткестәр буйынса бракка сығарылған малдар йыйылған.

— Сир киң таралып өлгөрмәгән, – тине эпизоотияларға ҡаршы сараларҙы ойоштороу һәм контроль бүлеге начальнигы Дамир Хужин. – Әммә 38 баш малда ошо йоғошло сир асыҡланды.

Өҫтәмә тикшеренеүҙәр ветеринарҙарҙың диагнозын раҫланы. Һөҙөмтәлә ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә ярашлы бөтә малды (247 баш) иткә оҙаттылар. Ветеринария хеҙмәте белгестәренең фекеренсә, һаҡланыуҙың иң ышаныслы ысулы. Асыҡланыуынса, был сирҙе бер нисә ай элек Ҡалмыҡстандан килтерелгән үгеҙҙәр таратҡан. Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе уларҙы документһыҙ һәм республиканың ветеринария хеҙмәттәре менән яраштырмайынса һатып алып, ошо фермала урынлаштырған. Ҡалмыҡстан үгеҙҙәре лә башҡа малдар менән бергә иткә оҙатылды.

Ферма хеҙмәткәрҙәренең ҡанында ла ошо сир билдәләре асыҡланған. Малсылар медиктарҙың күҙәтеүе аҫтына алынды.