3 декабрь, Шәмбе

17 май 2011 йыл, 11:00

Урал аръяғында таш эшкәртеү һәм цемент производствоһы үҫешәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районында «Орлец» дәүләт унитар предприятиеһы мөлкәтен һатыу буйынса үткәрелгән аукцион һөҙөмтәһендә Рысҡужа ауылындағы тәбиғи ташты эшкәртеү заводына яңы хужа – «ЭкоСтанкоСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килде.

Яңы етәксенең планында – тәбиғи таш ятҡылыҡтарын үҙләштереү нигеҙендә таш эшкәртеү производствоһын үҫтереү (атап әйткәндә, Белорет районындағы Сәрмән ҡара мәрмәр ятҡылығы нигеҙендә). Шулай уҡ компания, яңы технологиялар һәм ҡорамалдарҙы файҙаланып, Рысҡужа мәрмәрле эзбизташ ятҡылығы базаһында 300 мең тоннаға тиклем ҡеүәттәге цемент етештереүҙе ойошторорға һәм торлаҡ төҙөлөшө буйынса республика программаларында ҡатнашырға ниәтләй.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәрмәр эшкәртеү буйынса производство үҫеше проекты «2011-2015 йылдарға Башҡортостандың Көньяҡ Уралын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программа»ға индерелгән. «ЭкоСтанкоСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектҡа 600 млн һум инвестициялауҙы планлаштыра, 200 яңы эш урыны булдырыласаҡ.