4 декабрь, Йәкшәмбе

17 май 2011 йыл, 10:09

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,4 процентҡа кәмене

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында үткән аҙнала тәҡдим ителгән уртаса хаҡтың 0,4 процентҡа кәмеүе теркәлде. Хәҙер ул квадрат метрына 46,28 мең һум тәшкил итә.

Бер бүлмәле фатирҙар хаҡы – 0,5 процентҡа, күп бүлмәлеләрҙеке 0,6 процентҡа төштө. Ике һәм өс бүлмәле фатирҙар сегментында иһә хаҡтар 0,6 һәм 0,1 процентҡа артты.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 1100 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Макаров урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны -  33 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Был Достоевский урамындағы биш бүлмәле фатирҙың майҙаны — 202,4 кв. метр.

Иң арзан бүлмәне Губкин урамынан 550 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны 11 кв.м.тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмә — 24 кв. метр — 1220 мең һум. Ул Герцен урамындағы йортта урынлашҡан.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 16300 мең һумға тәҡдим ителә. Был Уптылағы йорттоң майҙаны — 423 квадрат метр.