8 декабрь, Кесе йома

16 май 2011 йыл, 17:43

Әбйәлил аграрийҙарына Аргентина сәскестәре ярҙам итә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың Әбйәлил районы хеҙмәтсәндәре ауыл хужалығы эштәрендә үҙенсәлекле техниканы файҙалана. «Красная Башкирия» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡарамағында — Аргентинаның «GUER-AROI» заводынан ҡайтарылған заманса сәскестәре. Улар нуль технологияһы буйынса сәсеү эштәрен алып барыу өсөн тәғәйенләнгән, ауыл хужалығы кооперативы директоры, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламов тәҡдиме менән бер нисә йыл инде хужалыҡта тап ошо технология ҡулланылышҡа индерелә.

Сит ил техникаһын Әбйәлил баҫыуҙарында уларҙы етештергән заводтың техник мастерҙары Леон Нестер һәм Урбано Давид һынай. Улар менән бергә көнбағыш ултыртыуҙа хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары Фәтих Астанғәлин, Марат Яуымбаев, Руслан Валеев, Рәшит Сәфиуллин эшләй.

12 һәм 8 метр оҙонлоғондағы ике сәскес  ауыл хужалығы кооперативына 9 млн һумға барып баҫҡан. Бындай техника әлегә республиканың бер хужалығында ла юҡ, тип раҫлай Әбйәлил аграрийҙары.