Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Ҡырмыҫҡалы районы хеҙмәтсәндәре иген сәсеүҙе тамамланы

Иҡтисад

Ҡырмыҫҡалы районы игенселәре уҙған ял көндәрендә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеүҙе тамамланы. Төп культуралар сәсеүлегенең майҙаны 19,6 мең гектар тәшкил итте. Был республикала сәсеү буйынса планын үтәгән икенсе район.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 16 майға Башҡортостанда 1 млн. 157 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәрелгән. Стәрлетамаҡ, Миәкә, Саҡмағош райондарында планлаштырылған майҙандарҙың 88 проценты сәселгән.

Дәүләкән (650 га), Илеш (650 га),  Мәләүез (3880 га) райондарында шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тамамланған. Йылайыр, Мәләүез, Миәкә, Өфө, Хәйбулла һәм Шаран райондарында көнбағыш сәсеүҙе тулыһынса атҡарып сыҡҡандар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть