6 декабрь, Шишәмбе

16 май 2011 йыл, 15:39

Октябрьский күн заводы тергеҙелә

автор: Галина Бахшиева

Республикала күн, йөн һәм мамыҡ-ҡаурый сеймалын эшкәртеү тергеҙелә башланы. Әлеге ваҡытта ҡасандыр банкрот тип табылған Октябрьский күн заводы сафҡа индерелеү алдында тора. Ниһайәт, предприятие оҙайлы һәм мәжбүри эшһеҙ тороу осоронан сыға.

— Октябрьскийҙағы күн заводы эшләп китһен өсөн бөгөн бөтә тәүшарттар ҙа бар.  Продукцияның тәүге һынау өлгөләре сығарылды. Әлбиттә, беҙ әле сәнәғәт күләмендә күн етештерелеүе тураһында һүҙ алып бара алмайбыҙ, әммә заводты сафҡа индереү буйынса эштәр алып барабыҙ һәм был ҡыуандыра, — ти Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры урынбаҫары Игорь Карепанов.

Бынан тыш, Туймазы районының Түбәнге Троицкий ауылындағы Башҡортостан текстиль комбинаты — элекке буҫтау комбинатының эшләй башлауына ла инде икенсе йыл.  Бында йөн туҡыма етештереү тергеҙелде.

Шаршамбы, 18 майҙа, ошо предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышыу өсөн бында Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкилдәре киләсәк.  

Ә мамыҡ-ҡаурый сеймалына килгәндә, бөгөнгө көндә мамыҡ мендәрҙәр һәм юрғандар сығарыу менән Башҡортостанда «Серафимовка мамығы» («Серафимовская пушинка») предприятиеһы шөғөлләнә.

темалар: еңел сәнәғәт